Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
7 Декабрь 2019, 23:55

“Алтын”ды ҡайһы ил яулар?

Бөгөн Әбйәлил бөтә донъя сноубордсыларын бер майҙанға тупланы.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Әбйәлилдең Яҡтыкүл янындағы “Металлург-Магнитогорск” тау саңғы үҙәгендә ҙур спорт сараһы — Бөтә донъя кубогына сноуборд буйынса ярыштарҙың I этабы үтте.
Ярышта 17 илдән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Улар параллель слалом һәм параллель слалом-гигант дисциплиналарында уҙышты. Рәсәй данын яҡлаған команда составында беҙҙең яҡташтарыбыҙ - Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһынан Степан Наумов, Мария Волгина һәм Златоустан Ярослав Степанко бар.
Сарала “Башҡорт тирмәһе” һәм “Урыҫ йорто” урынлаштырылды. Уларҙа ике туғандаш халыҡтың милли кейемдәре, аш-һыуы, кәсеп-шөғөлдәрен күрһәткән этнографик экспонаттар урын алды. Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитова һәм Күсемдән Әғниә Бикмырҙинаның шәхси музейы әйберҙәренә ҡунаҡтар тарафынан ҡыҙыҡһыныу ҙур булды. Районда билдәле умартасы Мәҙинә Ибраһимова үҙенең башҡорт балы күргәҙмәһен тәҡдим итһә, Таштимерҙән Гөлшат Йәркәева иттән төрлө ризыҡтар эшләп, уны киптереп, ҡаҡлап алып килгән. Ташбулат ауыл биләмәһенә ҡараған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сит илдәр спортсыларын, ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, уларҙы милли ризыҡтар менән һыйланы.
Ярыш иртәгә лә дауам итәсәк. Унда дүрт комплект миҙал уйнатыла. Әбйәлилдә үткән ярыштан ҡайһы илдең иң шәп сноубордсыһы “алтын” менән ҡайтыр икән?
Фотолар Әбйәлил районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас