Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Декабрь 2019, 13:35

Учалыла – спорт фестивале

Урындағы инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Президенты грантына конкурстарҙа даими ҡатнаша.

Ике йыл элек Учалы ҡала-район инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Президенты грантын алып, 322 мең һум аҡсаға инклюзив спорт залы булдырыуға өлгәште.
Грант аҡсаһына тренажерҙар, өҫтәл уйындары, күҙе насар күргәндәр өсөн тәғәйенләнгән шахмат, шашкалар, дартс уйыны йыйылмалары алынды.
Быйыл ойошма етәкселеге йәнә Президент фонды грантына конкурста ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә инде.
Был юлы 158 мең һум “Sport-Fest” тип аталған өҫтәл спорт уйындары буйынса фестиваль үткәреүгә йүнәлтелде.
Ошо көндәрҙә Урал аръяғы райондарының инвалидтар ойошмалары өсөн ошо спорт фестивале ойошторолдо. Һигеҙ райондан килгән командалар ете спорт төрө буйынса ярышты. Улар «Новус», «Керлинг», «Шаффлборд», «Джакколо» тип аталған өҫтәл уйындарында, армрестлинг, дартс буйынса көс һынашты.
Фото Учалы инвалидтар ойошмаһы сайтынан.
Читайте нас