Спорт һәм туризм
21 Декабрь 2019, 12:36

Иглиндәрҙең Ҡыш бабай бүләге кемгә эләкте?

Сыуаш Ҡобау ауылында "Ҡыш бабай" призына район Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең беренселеге үтте.

Республикабыҙҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстары төрлө саралар аша комплекслы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, бөгөн Иглин районының Сыуаш Ҡобау ауылында "Ҡыш бабай" призына район Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең беренселеге үтте.
Сарала Архангел, Ауырғазы, Иглин, Нуриман райондарынан, Өфө ҡалаһынан 2006 – 2012 йылғы йөҙҙән ашыу үҫмер көс һынашты. Йәш көрәшселәрҙе Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко тәбрикләне. Ярышта ҡатнашҡан һәр балаға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәр тапшырҙы.

Әйткәндәй, Сыуаш Ҡобау ауылында спорт мәктәбенең филиалы районда ғына түгел, ә республика, Рәсәй, Европа кимәлендә билдәле көрәшселәрҙе әҙерләгән. Улар араһында Анастасия Степанова, Ксения Тимофеева, Любовь Корнилаева кеүек Рәсәй чемпиондары, спорт мастерҙары бар.
Шулай итеп, ауылда урынлашҡан көрәшселәр мәктәбе "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә. Үҫеп килгән быуын сәләмәт, көслө рухлы булып үҫһен өсөн бында бөтөн шарттар тыуҙырылған.


Автор фотолары.
Читайте нас