Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында милли көрәш буйынса район-ара асыҡ турнир үтте. Ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Унда Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан 90-дан ашыу келәм батырҙары көс һынашты. Турнирҙа район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Азамат Тажетдиновтың улы, “Жил-строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Нур Тажетдинов ҡатнашты.
“Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында Белореттан Артем Винокуров, “Иң йәш көрәшсе” булып Баймаҡтан Мирйән Вәлитов, “Иң яҡшы техника өсөн” номинацияһында Баймаҡтан Илһам Мусин билдәләнде. Баймаҡ районының бил бирмәҫ көрәшсеһе Айбулат Ғүмәровтың “Еңеүгә ынтылыш өсөн” тамашасы һөйөүе призына Үрге Иҙристән Байрас Ғафаров лайыҡ булды.
Майҙанда төрлө ауырлыҡ категориялары буйынса көс һынаштылар. Үҙ категорияһында беренсе урындарҙы Таһир Баймырҙин (Хәйбулла районы), Илсур Атанғолов (Темәс), Рамазан Яҡупов (Икенсе Этҡол), Илһам Мусин (Баймаҡ), Мөхәмәт Яҡупов (Икенсе Этҡол), Мәүлит Исханов (Темәс), Руслан Дәүләтбаев (Әбйәлил), Вилдан Питилимов (Әбйәлил), Риф Әҙеһәмов һәм Айнур Вәлитов ( икеһе лә Баймаҡ ҡалаһы) яуланы.
Сараның бағыусыһы булып Азамат Тажетдиновтарҙың улдары сығыш яһаны. Әйткәндәй, турнир йыл һайын үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны арта барыуы күҙәтелә.
Фото: Ниғәмәт ауыл биләмәһе сайтынан.