Спорт һәм туризм
27 Декабря 2019, 10:26

Донъя спортсылары килде

Быйыл йәй баш ҡалабыҙ 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары спортсыларын һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Ярыштарҙа 30 илдең 85 ҡалаһынан ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Улар барыһы туғыҙ спорт төрө – йөҙөү, фехтование, грек-рим көрәше, дзюдо, футбол, пляж волейболы, баскетбол, еңел атлетика, ҡаяға үрмәләү буйынса көс һынашты.

Рәсәй командаһында республика­быҙҙың Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы ҡалалары спортсылары сығыш яһаны. Бынан тыш, илебеҙ өсөн ярыштарҙа Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты. Иң ҙур команда Өфө ҡалаһынан ине.

– Башҡортостан 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын ихлас күңелдән һәм башҡортҡа хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡар­шы алды, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантанала. 53-cө Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш тантанала Башҡортостан халҡына ошондай мәртәбәле сараны юғары кимәлдә ҡабул иткәне, ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның башҡорт телендә “Ҙур рәхмәт!” тип өндәшеүе барыһына ла оҡшаны. Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороусы Метод Клеменцтың Өфөгә килеүе үҙе бер ҙур ваҡиғаға әйләнде.

53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында туғыҙ спорт төрө буйынса 88 комплект миҙал уйнатылды. Уларҙың иң күбен – һигеҙ алтын, алты көмөш һәм 11 бронза миҙалды Өфө командаһы яуланы!
Читайте нас