Спорт һәм туризм
26 Декабря 2019, 19:00

Өфөгә биш илдән йәш хоккейсылар килә

“Өфө-Арена” боҙ һарайында 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр йыйылма командалары араһында Биш милләттең хоккей турниры уҙасаҡ.

Башҡортостандың баш ҡалаһы күптән инде халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштары, бәйгеләр, чемпионаттар уҙғарыу өсөн уңайлы майҙан булыуын иҫбат итте. 2020 йылдың 5-9 февралендә Өфө тағы ла ҙур бәйге майҙанына әйләнәсәк, йәғни “Өфө-Арена” боҙ һарайында 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр йыйылма командалары араһында Биш милләттең хоккей турниры уҙасаҡ. Унда Рәсәй, Финляндия, Швеция, Чехия һәм АҠШ илдәренең йыйылма командалары көс һынашасаҡ.
Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был уйындар YouTube каналында һәм Рәсәйҙең хоккей федерацияһы сайтында урындағы ваҡыт буйынса күрһәтеләсәк. Чемпионат 5 февралдә көндөҙгө 15:00 сәғәттә Финляндия һәм Чехия командалары осрашыуы менән башланып китәсәк. Ошо уҡ көндә 19:00 сәғәттә Рәсәй һәм Швеция командалары көс һынашасаҡ. Артабан осрашыу көндәлеге түбәндәгесә буласаҡ:
6 февралдә 15:00 сәғәттә Швеция – АҠШ, 19:00 сәғәттә – Рәсәй – Чехия;
7 февралдә 15:00 сәғәттә Чехия – Швеция, 19:00 сәғәттә АҠШ – Финляндия;
8 февралдә 15:00 сәғәттә АҠШ – Чехия, 19:00 сәғәттә Рәсәй – Финляндия;
9 февралдә 15:00 сәғәттә Швеция – Финляндия, 19:00 сәғәттә Рәсәй – АҠШ.
Фото: Рәсәйҙең хоккей федерацияһы сайтынан.
Читайте нас