Республикабыҙҙа Яңы йыл алдынан төрлө спорт саралары ойошторола. Кемдер хоккей йәки футбол буйынса иптәштәрсә осрашыу үткәрә, икенселәр саңғыла уҙышыуға өҫтөнлөк бирә. Ә бына Архангел районында шахмат буйынса бәйге уҙғарылды.
– Беҙҙә йәки Инйәр буйында спорт яратҡан халыҡ йәшәй, – тип һөйләй Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев. – Шуны иҫәпкә алып, шахмат турнирын ойошторорға ҡарар иттек. Унда ҡатнашыусылар күп йыйылды, шуға күрә ярышты дүрт йәш төркөмөнә бүлдек.
Һигеҙ йәшлек малай һәм ҡыҙҙар, 9-13 йәшлектәр, 14-18 йәшлек үҫмерҙәр һәм 18-35 йәшлектәр араһында уҙған ярыш.
Спорт сараһында ҡунаҡ сифатында ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Әсәҙуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәйҙән шахмат менән мауығыу теүәллеккә, тәптипкә өйрәтә.
Фото: Архангел районы хакимиәтенән.