Һүҙҙән эшкә күсеп, яңы йыл сәғәттәре төнгө икене һуҡҡанда, ҡала паркында күңелле һәм көсөргәнешле хоккей башланды. Ҡурҡаҡ ҡына сәкән һуҡмай тигәндәй, хоккей уйнауға теләүселәр күп булды.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев командаһы йәштәр командаһы менән көс һынашты. Көйәрмәндәрҙең дәртле тауыштарынан, хоккейсыларҙың дәртле уйындарынан боҙҙа барған алыш һис кенә “Салауат Юлаев”командаһы уйынынан ҡалышманы тигәндә лә була.
Әйткәндәй, сәләмәт тормошто пропагандалаған, ысын ир-егеттәр уйыны булған хоккей ярыштары Яңы йыл байрамы көндәрендә лә дауам итәсәк.