Һуңғы йылдарҙа Сибайҙа спортҡа ҡарата иғтибарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә. Бигерәк тә Батыр Йәндәүләтов етәкселек иткән “Ҡара аждаһа” клубында тәрбиәләнеүселәр көнсығыш һуғыш төрҙәрен өйрәнеүгә бик теләп йөрөй.
Бында шөғөлләнгән үҫмерҙәрҙең (ҡыҙҙар ҙа йөрөй) үҙ-ара мөнәсәбәте туғандарса яҡын. Бер-береһенә ярҙам итеү, өлкәнерәктәрҙең бәләкәйҙәрҙе ҡурсалауы, ихтирам күрһәтеүе клубтың яҙылмаған ҡанундарына әйләнгән.
“Ҡара аждаһа” тәрбиәләнеүселәре ҡышҡы каникул ваҡытында ла тик ултырмай. Бөгөн улар Америкала кунг-фу буйынса үткән донъя чемпионатында еңеү яулаған, Венгрияның Будапешт ҡалаһында ошо спорт төрө буйынса донъя кубогына эйә булған, тай боксы һәм ушу буйынса спорт мастерына кандидат, донъя чемпионы Илнур Сафиндан оҫталыҡ дәрестәре алды. Маҡсатлы, тырыш, сәмле, сос “Ҡара аждаһа”ның ажар ҡыҙ һәм малайҙары киләсәктә Илнур Сафин ағалары кеүек донъя чемпиондары булмаҫ тимә!
Фотолар "Тиҫтер" үҫмерҙәр клубы сайтынан.