Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
2 Ғинуар 2020, 22:00

Байымдар волейбол уйнаны

Алты ғаилә араһында кемдәр иң көслөһө тип танылды?

Баймаҡ районының Байым ауылында яңы йылдың тәүге көндәрендә үк сәләмәт тормошто һәм спортты үҙ иткән ғаиләләр араһында волейбол ярышы ойошторолдо.
Уйында барлығы алты ғаилә үҙ-ара көс һынашты. Ҡәйепҡоловтар, Байтуриндар, Абдуллиндар, Хәлитовтар, Ғәлиндар һәм Вәлитовтар араһында бик көсөргәнешле, сәмле ярыш барҙы. Шулай ҙа Вәлитовтар көслөрәк, сосораҡ булып сығып, беренсе урынды яуланы. Икенселә - Ҡәйепҡоловтар, өсөнсөлә - Хәлитовтар. Ярышта ҡатнашҡан бөтә командаларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам кәйефен арттырған, осраштырған сәмле ярыш барыһына ла оҡшаны. Спортты, сәләмәт тормошто пропагандалған ғаилә ярыштарын артабан күберәк үткәреү мөһимлегенә инанып таралышты Байым волейболсылары.
Фотолар Ниғәмәт ауыл биләмәһе сайтынан.
Читайте нас