Спорт һәм туризм
4 Января 2020, 07:00

“Биатлон”да сикләүҙәр бар...

Спорт комплексы барыһы өсөн асыҡ булһа ла, унда инеүе еңел түгел.

Өфөләге “Биатлон” спорт комплексы барыһы өсөн асыҡ булһа ла, унда инеүе бик еңел түгел.
Бында биатлонсылар күнекмәләр үткәрә. Ә улар, белеүебеҙсә, бәләкәй калиблы винтовкалар менән эш итә. Шуға комплекс уратып алынған. Әгәр ошо талаптар үтәлмәһә, спорт комплексына штраф һалынасаҡ һәм ҡоралды һаҡлау хоҡуғын биргән лицензиянан мәхрүм ителәсәк. Бына ошо сәбәпле, сикләүҙәр барлыҡҡа килгән.
“Биатлон” биләмәһендә 2-4 километр арауыҡтағы дистанциялар әҙерләнгән. Шунда уҡ саңғыларҙы ҡарау, күнекмәләргә әҙерләнеү, медпункт, кафе һәм башҡалар урынлашҡан. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн бында бар уңайлыҡтар булдырылған.
Фото: skisport.ru.
Читайте нас