Яңы йыл байрамдарында ла тик ятмай борайҙар: ғинуарҙың тәүге көндәрендә үк район үҙәгендә баскетбол буйынса турнир уҙғарылған.
Унда Яңауыл, Борай, Тәтешле районы командалары ҡатнашҡан, ярыш өс йәш категорияһында үткән.
Көсөргәнешле бәйгелә 2004 йылғы һәм унан бәләкәсерәк уйынсылар араһында беренселекте Борай командаһы яулаған. 2001 йылғылар һәм унан өлкәнерәктәр араһында еңеү кубогын Үрге Тәтешленең татыу командаһы алған. 2002 - 2003 йылғы спорт һөйөүселәр араһында иһә беренселекте Борай ауылының "Аҡ бүре" төркөмө бер кемгә лә бирмәгән.
Әйткәндәй, 3 ғинуарҙа Благовещен ҡалаһында баскетбол буйынса республика турниры үткән. Унда ла "Аҡ бүре" һынатмаған - өсөнсө урын яулаған. Афарин, йәштәр! Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!
Фотолар Рөстәм Муллағәлиевтең шәхси архивынан.