Самбо – бик үҙенсәлекле спорт төрө. Ул ҡасандыр совет осоронда уйлап сығарылған һәм ҡоралһыҙ үҙ-үҙеңде һаҡлау алымы тип аталған.
Мәртәбәле ярыштар күп булған
Дзюдо көрәшенә нигеҙләнгән күнекмәләр, нигеҙҙә, армияла, хоҡуҡ һаҡсылары араһында киң ҡулланыла. Спорт дисциплинаһына яраҡлаштырылғаны иһә уға балаларҙы ла йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Самбо үҙ эсенә төрлө халыҡтарҙың алыш төрҙәре — джиу-джитсу, башҡорт милли көрәше, ҡул һуғышы, бүрәт көрәше һәм башҡа алымдарҙы, шулай уҡ штыкка, ҡылыс-бысаҡҡа ҡаршы тороу элементтарын да алған. Һуңғараҡ ул мылтыҡ йә пистолет тотҡан дошманды тиҙ арала ҡоралһыҙландырыу күнекмәләре менән байытылған. Рәсәй тренерҙары тормошҡа ашырған хәрби алышты Халыҡ-ара олимпия комитеты Йәйге олимпиада спорт төрө итеп тә раҫлаған.
Бына ошондай бай тарихлы, көслө заттар өсөн кәрәкле спорт менән шөғөлләнеүселәр Әбйәлилдә лә бар. Шундай егеттәрҙең береһе, шәп спортсы Рөстәм Әхмәтов менән таныштырыу – бөгөнгө ниәтем.
Рөстәм – Һамар ауылынан. Ул кескәй генә сағынан спортҡа битараф булмай. V кластан еңел атлетика менән төплө шөғөлләнеп, Президент ярыштары сиктәрендә уҙғарылған бәйгеләрҙә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Үҫмер ҡорона еткәс, физик яҡтан үҫеү маҡсатында гер күтәреү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, тиҙ арала оҫтарып, республика кимәлендәге ярыштарға сыға, призлы урындар яулай. Уҡыусы сағында уҡ гер күтәреү буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында беренсе урын яулай һәм спорт мастерлығына кандидат исемен ала. Рәсәй кимәлендәге турнирҙа бишенсе урынға сығыуға өлгәшә таһыллы егет.
Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, Рөстәм Әхмәтов Магнитогорск тау-техник университеты студенты булып китә. Бында ул үҙенең һәләттәрен тулыһынса аса, тиергә мөмкин. Гер күтәреү менән бер рәттән самбо түңәрәгенә йөрөй башлай. Беләктәренә көс йыйған, бил ныҡлығы менән айырылып торған егет самбо келәмендә лә үҙен таныта. Уҡыу йорто исеменән Самбо буйынса Силәбе өлкәһе чемпионатында ҡатнашып, чемпион исемен ала. Был мәлдә үк ул 80 килограмдан юғары категорияла сығыш яһай. “Мәртәбәле ярыштар күп булды, һәр береһен хәтерләп тә бөтөп булмай”, – тип баҫалҡы йылмая бөгөн спортсы. Азия чемпионаты, самбо буйынса Рәсәй турнирҙары – ошондай юғары кимәлдәге сараларҙың береһендә Рөстәм самбо буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй.
Вуз дипломы алған яҡташыбыҙҙы тағы бер мөһим бурыс – әрме көтә. Ир-егет асылына төшөндөргән был тормош мәктәбенән дә ситтә ҡалмай ул һәм иң элиталы һаналған Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына эләгә. Мәскәү өлкәһендә бер йыл хеҙмәте дауамында ла күнекмәләрен ташламай, көн һайын 10 – 20 саҡрымлыҡ марш-бросок, парашют менән һикереүҙәрҙән тыш, самбо, көрәш, ҡул һуғышы кеүек спорт төрҙәре менән ныҡлап шөғөлләнә. Полк эсендә үткәрелгән ярышта беренсе урынға сыға.
Ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас, Рөстәм Әхмәтов ҡайҙа эшләйәсәге хаҡында оҙаҡ уйламай – полицияға килә. Мөһабәт кәүҙәле, сәләмәт тормош алып барған спортсы егетте ҙур теләк менән ҡабул итәләр район эске эштәр бүлегенә. Патруль-пост хеҙмәтендә стажировка үткәндән һуң, 2012 йылда юл-патруль хеҙмәтенә күсерелә. Биш йыл юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеп, закон һағында тора ул.
Бөгөн Рөстәм Айҙар улы ЮХХДИ-ның юл күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы булып эшләй. Уның иңендә – юлдарҙы төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу буйынса проекттарҙы тикшереү, әҙер трассаларҙы ҡабул итеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссияларҙа ҡатнашыу, юл хәрәкәтен уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү буйынса тәҡдимдәр индереү, светофор, юл билдәләре ҡуйыу буйынса йүнәлештәр билдәләү, хәүефле йөк маршруттарын аныҡлау, белем биреү учреждениеларына ингән урындарҙы ҡарау, мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына ҡабул итеү һәм юл сервисына ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр. Бынан тыш, ул, экипаждар етмәгәндә, патрулдә лә хеҙмәт итергә өлгөрә. Үҙ һөнәренә етди ҡараған һәм фиҙакәр эшләгән хоҡуҡ һаҡсыһы хеҙмәте эске эштәр бүлегенең, район хакимиәтенең, район юл ремонтлау-төҙөү ойошмаһының Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Әлбиттә, егет спорт менән шөғөлләнеүен дә туҡтатмай, йыл һайын бүлек намыҫын яҡлап, ҡул һуғышы һәм самбо буйынса төбәк, республика ярыштарында ҡатнаша. Был өлкәлә еңеүҙәре байтаҡ. Иң ауыр категорияларҙың береһе – 90 килограмға тиклемге төркөмдә сығыш яһауы, бер яҡтан, таһыллыҡ, сослоҡ, икенсе яҡтан, ҙур көс талап итә. 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһында эске эштәр бүлектәре араһында ҡул һуғышы буйынса төбәк ярышында ул билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса махсуслашҡан коллегаһы Илшат Абдрахманов менән финалға сыға һәм, уны мәрәйҙәр һаны буйынса еңеп, беренсе урынды яулай. Ошо мәлдән алып Рөстәм Әхмәтовтың исеме спортсылар араһында билдәле булып китә. “Әбйәлил командаһы составында Әхмәтов килгәнме?” тип һорайҙар ярыш булған һайын, сөнки йәш сағынан самбо менән шөғөлләнгән, бер нисә секунд эсендә дәғүәсеһен “йомарлап” һала алған егеттән шөрләңкерәп тә торалар.
Бер ҙә шаяртыу түгел, самбола бер осрашыуға биш минут ваҡыт бирелә, ошо арауыҡта һин дәғүәсене арҡаһына һалырға йәки ҡулын-аяғын шаҡарып, башҡа көрәшә алмаҫлыҡ итеп, туҡтатырға тейешһең. Был алымдарҙы яҡшы үҙләштергән элекке десантсы, шуға күрә уға полиция хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған ҡул һуғышы ҡағиҙәләренә өйрәнеү ҡыйын булмай. “Кәүҙәгә тосораҡ, ауыр көрәшсе эләкһә, дистанцияла эшләп, һуғып эләктереүҙе ҡулланаһың, әгәр дәғүәсе еңелерәк икән, етеҙ генә көрәшеп, арҡаһына һалырға тырышаһың”, — тип аңлата әңгәмәсем.
Бер нисә йыл рәттән төбәк ярыштарында еңелеү белмәҫ чемпион тип танылған инспектор, 2017 йылда Өфөлә Эске эштәр министрлығы чемпионатында ҡатнашып, өс кешене еңә, ә финалда ведомство мәктәбен тамамлаған көслө спортсы менән осраша. Рөстәм бында үҙенең бар оҫталығын ҡуллана һәм чемпион тип таныла. Ҙур еңеүе өсөн ул Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Дипломына лайыҡ була. Рөстәм Әхмәтовтың еңеүҙәре дөйөм иҫәпкә лә үҙ өлөшөн индерә: Әбйәлил йыйылма командаһы гел призлы урындарҙан төшмәй, маҡтаулылар рәтендә килә. Быйыл ғына Рөстәм Айҙар улы эске эштәр бүлеге командаһы составында төбәк ярышында өс тапҡыр чемпион булып таныла.
“Самбо миңә үҙ көсөңә ышанырға, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, төрлө ауыр мәлдәрҙә лә рух күтәренкелеген һаҡларға, сабыр булырға өйрәтте, был спорт төрө әрме хеҙмәтенә әҙерләнгәндәр, полицияла хеҙмәт итергә теләгән егеттәр өсөн файҙалы”, – ти Рөстәм. Ике ул үҫтергән, намыҫлылыҡ, көслө рух, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡлылыҡ өлгөһө булып торған чемпионға киләсәктә лә һаулыҡ, эшендә уңыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләге килә.