“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров "Фейсбук" селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, республика Хөкүмәте вице-премьерҙары, Өфө мэры һәм башҡа етәкселәр үҙҙәренең хоккей командаһын төҙөгән.
“Ошо көндәрҙә яңы хоккейсыларҙың тәүге күнекмәһендә ҡатнаштым. Андрей Назаровтың боҙҙа шыуыуы бигерәк тә оҡшаны. Уны ҡасандыр Урал аръяғындағы мәктәп командаһында ла яҡшы уйнаған тиҙәр. Йәнә “Салауат Юлаев” командаһы президенты Ринат Бәшировҡа еткәндәр булманы. Хоккей менән даими шөғөлләнергә ҡарар иттек”, – тип яҙған Әхмәҙинуров.
Уның әйтеүенсә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының Директорҙар советы рәйесе, “Өфө” футбол клубының Попечителлек советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, “хоккейҙа ла футбол тураһында онотмайым” тип, футбол символикаһы һүрәтләнгән ойоҡбаш кейеп уйнаған. Тағы ла бер яңы уйынсы – Өфө мэры Өлфәт Мостафин – “күнекмәлә саҡта ла ҡар тураһында онотмай”, унан һуң ашығып эшкә юллана.