Өфө командаһының ҡапҡасыһы Андрей Кареев башта үҙенең бурыстарын бик яҡшы атҡарҙы. Әммә иҫәп “Барыс” файҙаһына 3:1 булып киткәс, тренерҙар штабы боҙға Юху Метсолу ебәрергә булды. Бәхеткә күрә, “Салауат Юлаев” командаһы спортсылары оҙаҡламай иҫәпте тигеҙләне: голды Вячеслав Солодухин индерҙе. Әммә күп тә үтмәй, Шестаков менән Охтамаа, юлаевсылар ҡапҡаһына бер-бер артлы ике гол индереп, иҫәпте 5:3 итеп ҡуйҙы. Шулай итеп, был осрашыу беҙҙең файҙаға булманы.