Спорт һәм туризм
17 Января 2020, 09:55

Аҡса миллионлап ағыла, ә һөҙөмтә юҡ һымаҡ

“Салауат Юлаев” командаһы быйылғы КХЛ беренселегендәге осрашыуҙарын үҙ майҙанында башланы. Ул ЦСКА клубын – 4:2, “Динамо” (Рига) командаһын 5:0 иҫәбенә еңеп, “Локомотив”тан – 1:2 һәм “Динамо” (Мәскәү) уйынсыларынан 3:4 иҫәбенә отолдо. Унан һуң Ҡаҙағстанға юлланып, урындағы “Барыҫ” уйынсыларынан да 3:5 иҫәбенә еңелде. Әлеге ваҡытта Көнсығыш конференцияһында 52 мәрәй яулап, турнир таблицаһында етенсе урында тора.

“Салауат Юлаев” командаһы быйылғы КХЛ беренселегендәге осрашыуҙарын үҙ майҙанында башланы. Ул ЦСКА клубын – 4:2, “Динамо” (Рига) командаһын 5:0 иҫәбенә еңеп, “Локомотив”тан – 1:2 һәм “Динамо” (Мәскәү) уйынсыларынан 3:4 иҫәбенә отолдо. Унан һуң Ҡаҙағстанға юлланып, урындағы “Барыҫ” уйынсыларынан да 3:5 иҫәбенә еңелде. Әлеге ваҡытта Көнсығыш конференцияһында 52 мәрәй яулап, турнир таблицаһында етенсе урында тора.


Юлаевсылар быйыл да, уҙғанындағы һымаҡ, тотороҡ­һоҙ сығышы менән республика хоккей һөйөүселәрен яфалай. Миҙгел башында үҙәк хоккей белгестәре, Өфө командаһы­ның составына һоҡланыуын белде­реп, төп призға дәғүә­се итеп күрҙе.
Улар әле лә шулай һанала, тик ни эшләптер булған мөмкинлектәрен файҙа­лана алмай. Бер мәл баш тренер Николай Цулыгиндың эштән китеүе хаҡында ла хәбәр сыҡты. Йәнәһе, уны Рә­сәй хоккейында тәжрибә туп­лаған Милош Ржига алмаш­тырасаҡ.
Цулыгин үҙебеҙҙеке. Ул, яй­лап, үҙ мәктәбебеҙҙең тәрбиә­ләнеүселәренә иғтибар бирә башланы. Уларҙы составҡа индерә, уйната. Ғиматовты ғына алайыҡ. Ул хатта төп звенола һыр бирмәй тырышып уйнай. Һөҙөмтәләре лә күренә башланы. Шул уҡ өмөтлө йәш Әмировты ла күберәк төп составҡа йәлеп итергә кәрәк.
Легионерҙар килә лә китә. Килемдәре кәмей башлаһа, эш хаҡын арттырыуҙы һорайҙар. Бына әле яңыраҡ Финляндия легионеры Теему Хартикайнен өфөләр менән килешеүен йәнә ике миҙгелгә оҙайтты. Быйыл майҙа 30 йәшен тултырасаҡ һөжүм итеүсе юлаевсыларға 2013 йылда килгәйне. Шул арала үҙ урынын табып, көйәр­мәндәрҙең яратҡан уйынсы­һына әйләнеп китте. Быйыл хатта юлаевсылар өсөн иң тиҙ хет-трик эшләүсе булараҡ команда тарихына инде.
Хартикайнен быға тиклем йылына 80 миллион һум алып уйнай ине. Был юлы команда етәкселеге уның эш хаҡын бер аҙ кәметеп, ике миҙгелгә 150 миллион һум вәғәҙә итте, тик фин унан баш тартты. Уны нисек тә булһа алып ҡалыр өсөн, килемен арттырырға мәжбүр булдылар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уның ике йылда премиялар менән бергә 200 миллион һум алыуы ихтимал.

Быға тиклем ҡапҡасы Юха Метсола менән һаҡсы Филип Ларсен да килешеүҙәрен оҙайт­ҡайны. Тәүгеһе 70 миллион алып уйнаһа, икенсеһе бер миҙгелдә 75 миллион һумды “һуға”. Йәнә капитан Григорий Панин миҙгел һайын 50 миллион һумға байый. Дмитрий Кугрышев менән Никита Сошников икеһенә 120 миллион алып уйнай. Ҡыҫҡаса әйт­кәндә, улар команда бюд­жетының өстән бер өлөшөн тотона. Бер ҡараһаң, еңеүҙе күберәк улар килтерә. Тик башҡалар ҙа тырышыбыраҡ үҙ өлөшөн индерһә, бәлки, һөҙөмтә лә яҡшырыр ине.
Читайте нас