Финал ярыштарында спорт һөйөүсе ғаиләләр ике төркөмдә ҡатнашты. Тәүгеһендә балалары I – II класта уҡығандар ярышһа, икенселә – III – IV класта белем алғандар.
Беренсе төркөмдә Әбйәлил районынан Даушевтар етеҙлеге, тырышлығы менән айырылып торҙо. Уларға республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов төбәгебеҙҙәге иң яҡшы шифаханаларҙың береһенә – “Красноусол”ға юллама тапшырҙы.
Икенсе урынға Ҡырмыҫҡалынан Шиновтар, өсөнсөгә Мәләүез районынан Кувайцевтар сыҡты. Ә бына икенсе төркөмдә ярышҡан ғаиләләр араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ҡотдосовтарға тиңдәр табылманы. Уларға “Йәшел сауҡалыҡ” курортына юллама тапшырылды. Икенсе урында – Октябрьскийҙан Шәрифуллиндар, өсөнсөлә – Туймазынан Гәрәевтәр.
Фестивалдең муниципаль этабы әҙерлеге һөҙөмтәләре буйынса район-ҡалалар араһында Әбйәлил районы беренселекте яуланы. Был – фестивалдә халҡы иң күп ҡатнашҡан район. Барыһы 27 мең 671 кеше залдарҙа, урамдарҙа үткәрелгән спорт сараларында әүҙемлек күрһәткән. Әйткәндәй, был – райондағы халыҡтың 61 проценты.
Әбйәлилдәрҙән илештәр (21861), Сибай ҡалаһы халҡы (6600 кеше) бер аҙ ҡалышҡан. Бынан тыш, спорт сараларында Баймаҡ районы (10 мең 740 кеше), Бәләбәй (5 мең 700), Благовещен (10 мең 100), Ейәнсура (4 мең 897), Ишембай (8 мең 860), Туймазы (4 мең 332), Өфө ҡалаһының Калинин районы (37941) кеше әүҙем ҡатнашҡан.