Спорт һәм туризм
17 Января 2020, 19:30

Мәргәндәрҙең уғы йәнә сәпкә тейҙе

Улар Рәсәй Президенты грантын отто!

"Мәргән уҡсы" хәрәкәте һыбай барған килеш һәм традицион уҡ атыуҙы киң йәйелдереү менән шөғөлләнә. Ул үҙ сафына төрлө йәштәге ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙы, сәләмәт тормош алып барыусыларҙы йәлеп итә.
Милли кейемдең булыуы мотлаҡ тигән шарт йолаларҙы, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте үҙенсәлектәрен тергеҙеүгә булышлыҡ итә. Уҡ атыу хәрәкәтен берҙәм үҫтереү милләттең тарихи, этник, мәҙәни ҡиммәттәрен өйрәнеүгә генә түгел, ә Башҡортостанда туризмды киңәйтеүгә лә тос өлөш индерә.
"Мәргән уҡсы" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының "Мәргән уҡсының 10 уғы" проекты Рәсәй Президенты грантын отто.
"Был аҡсаға кәрәк-яраҡ алып, Өфө ҡалаһы райондарында уҡ атыу буйынса өс секция ойоштора алабыҙ. Бының менән яңы этник спорт төрөн халыҡҡа таратасаҡбыҙ. Уҡсылар тәрбиәләү тарихи хәрби-тарихи фестивалдәрҙә ҡатнашыуға булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ киләсәктә художестволы тарихи фильмдарға төшөү мөмкинлеге тыуасаҡ", - ти ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.
Шулай итеп, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы 20 ғинуарҙа Өфөнөң Киров районында тир аса. Ошо грант ярҙамында 21 ғинуарҙа баш ҡаланың Ғабдулла Амантай урамындағы 11-се йортонда (160-сы лицей тирында) уҡ атырға өйрәнергә теләгәндәр өсөн бушлай семинар уҙғарыла, сара 19.00 сәғәттә башлана. Был хаҡта тулы мәғлүмәтте 89196040952 телефонына шылтыратып (Юлай Ғәлиуллин) белергә мөмкин.
"Мәргән уҡсы" ойошмаһының Президент грантын отоуы - республикала "Мәҙәниәт" милли проектын бойомға ашырыуҙың сираттағы емешле һөҙөмтәһе.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
#ВладимирПутин#президентскийгрант#нацпроект#национальныйпроект#мэргэнуҡсы#народныетрадиции#башкортостан
Читайте нас