Ҡыйғы районы үҙәгендәге балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бинаһында ремонт дауам итә.
Әйткәндәй, был мәктәп – республиканың төньяҡ-көнсығышында йөҙөү бассейны булған берҙән-бер спорт комплексы. Йәй көндәрендә бассейн эшләмәгән, сөнки мәктәптә автономиялы йылылыҡ сығанағы юҡ, елләтеү системаһы боҙолғанға күрә бинала дымлылыҡ юғары булған.
Уҙған эш сәфәрендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров комплексты төҙөкләндереүгә аҡса бүлергә ҡушҡайны. Әле иһә ул ремонт барышы менән танышты. Төҙөкләндереү эштәре ҡыйыҡты, фазадты, тәҙрәләрҙе алмаштырыуҙы, бассейнды, елләтеү, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыуҙы үҙ эсенә ала. Ремонтты быйыл беренсе кварталда тамамларға ниәтләйҙәр.