Борай районының Борай ауылында егеттәр араһында КЭС-БАСКЕТ мәктәп баскетбол лигаһының республика финал уйындары ойошторолдо. Унда Башҡортостандан бик күп командалар ҡатнашты, ә Борай ауылы 2-се урта мәктәбенең “Спутник” баскетбол клубына уңыш йылмайҙы.
Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Спутник” баскетбол клубы уйынсылары райондың данын һәр саҡ лайыҡлы яҡлай, ситтә уҙғарылған бәйгеләрҙән дә йыш ҡына еңеүҙәр менән ҡайта. Ғөмүмән, төбәктә спорт яҡшы үҫешкән, мәктәп уҡыусылары араһында ла, өлкәндәр араһында ла төрлө спорт ярыштары даими үткәрелә.
– Көслө командаларҙың килеүен көткәйнек, үҙ сиратында, ярышҡа етди әҙерләндек, – тип һөйләй команда уйынсыһы Ирек Шайморатов. – Уйлауымса, тренерҙың кәңәштәрен тотҡанға күрә һыр бирмәнек. Хәйер, спорт көслөләрҙе һәм сәмселдәрҙе үҙ итә.
Фото: Борай районы хакимиәте.