Спорт һәм туризм
24 Января 2020, 08:44

Өфө баскетболсыларҙы ҡабул итәсәк

1 февралдә Өфөлә “Йондоҙло аҙна” сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, мәҙәни һәм социаль саралар ойоштороласаҡ.

1 февралдә Өфөлә “Йондоҙло аҙна” сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, мәҙәни һәм социаль саралар ойоштороласаҡ.


Был сараның иң ҡыҙыҡтырғыс мәле, әлбиттә, “Өфө-Арена”ла илдең көслө спортсылары ҡатнашлығында уҙасаҡ тамаша-матч буласаҡ. Өҫтәүенә 31 ғинуарҙа 18.30 сәғәттә “Уфимец” ир-егеттәр баскетбол клубы ЦСКА-2 командаһы менән осрашасаҡ.


Әйткәндәй, бындай сара 2008 йылдан 12-се тапҡыр уҙғарыла. Быға тиклем ул Пермь, Ҡазан, Мәскәү, Краснодар, Санкт-Петербург, Орел, Бөйөк Новгород, Түбәнге Новгород һәм Магнитогорск ҡалаларында ойошторолғайны. Өфөләге матч иһә сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы төбәктең мәҙәни тормошо һәм милли йолалар менән дә таныштырмаҡсы. Шуға баскетбол байрамында бар донъяға билдәле башҡорт балы, солоҡ башҡорт балы, кәрәҙле бал һәм сармат алтыны күрһәтеләсәк. Илдең Студенттар ассоциацияһы менән Башҡортостан вәкилдәре араһында 2020 йылда Өфөлә “Йондоҙҙар матчы”н үткәреү тураһындағы килешеүгә 2019 йылдың 2 октябрендә ассоциацияның Күҙәтеү советы рәйесе, Рәсәйҙең юстиция министры Александр Коновалов һәм республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны.
Фото: АСБ
Читайте нас