Спорт һәм туризм
26 Января 2020, 06:00

Медицина хеҙмәткәрҙәре өлгө күрһәтә

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йыл һайын Ф.Ф. Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары үткәрелә.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында күптән тамырланған матур йола бар: йыл һайын төбәктең медицина хеҙмәткәрҙәре Ф.Ф. Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары үткәрә. Ошо хаҡта райондың “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Розалия Исҡужина түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
“Был юлы “Бөркөт” стадионына спорт менән дуҫ утыҙҙан ашыу медицина хеҙмәткәре йыйылды. Ярышты ойоштороусылар – Мораҡ үҙәк район дауаханаһы һәм профсоюз комитеты вәкилдәре.
Тәүгеләрҙән булып стартҡа 23 йәштән 35 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ баҫты. Был категорияла финишҡа тәүгеләрҙән булып Кузьминовка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Диана Суракова килде, икенсе урынды Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге санитаркаһы Зәлиә Әйүпова алды.
36 йәштән 49 йәшкә тиклемгеләр араһында операция бүлеге шәфҡәт туташы Әлфинур Хөсәйеноваға етеүсе булманы, икенсе урында – Александровка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Людмила Чепик, өсөнсөлә – бала табыу бүлеге шәфҡәт туташы Рәмзилә Әҡсәнова.
Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһы акушеркаһы Рузалия Әбдрәхимова 50 йәштән өлкәндәр категорияһында еңеү яуланы. Икенсе урын Йомағужа ауыл участка дауаханаһы стоматологы Наилә Асҡаровала булһа, “баҡыр” миҙалды спорт сараларының иң әүҙем ҡатнашыусыһы – Мәҡсүт ауыл-табип амбулаторияһы акушеркаһы Рәмилә Дәминева алды.
Ир-егеттәр араһында реанимотолог Фәнүр Суҡбаев (23 – 35 йәштәгеләр), стоматолог Ринат Ишмөхәмәтов (50 йәштән өлкәндәр) һәм баш табип урынбаҫары Мөҙәрис Хәбибуллин (60 йәштән өлкәндәр) үҙ категорияларында беренселекте яуланы.
Еңеүселәр һәм призерҙарға маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мораҡ башҡорт гимназияһының икенсе класс уҡыусыһы Гөлнәзирә Аҡкилдина әсәһе менән бергә бөтә дистанцияны үткәне өсөн махсус бүләккә лайыҡ булды.
Еңеүселәр 1 февралдә “Рәсәй саңғы ярышы-2020” сиктәрендә үткәрелгән район спорт сараһында ла сығыш яһаясаҡ“.
Анатолий Казаков фотолары.
Читайте нас