Спорт һәм туризм
26 Января 2020, 08:40

Сибайҙар сәләмәтлек ҡәҙерен белә

Саңғы ярышында һигеҙ команда стартҡа баҫты.

Сибай ҡалаһында сәләмәт йәшәү рәүешен һәм спортты пропагандалау буйынса йыл әйләнәһенә төрлө ярыштар үтә.
Кисә урындағы предприятие-учреждение хеҙмәткәрҙәре араһында саңғы ярышы булды. Унда һигеҙ команда ҡатнашты, йөҙҙән ашыу кеше саңғыға баҫты.
“Һаулыҡ саңғыһы” исеме аҫтында үткән ярышта бигерәк тә Сибай ҡала дауаханаһының аҡ халатлылары әүҙем булды. Улар кисә күмәкләп саңғыға баҫып, сәләмәт йәшәү рәүешенең, спорттың һаулыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйәлегенә йән бер тапҡыр инандырҙы, быға үҙ миҫалында өлгө күрһәтте.
Ярышҡа почетлы ҡунаҡ булараҡ Әхмәт Юнысов саҡырылды. Спорт ветераны үҙ ғүмерендә ҙур кимәлдәге 70-кә яҡын саңғы ярышында ҡатнашҡан. Ул йәштәргә оло өлгө булып тора.
Көндөң матур тороуы ла саңғысылар өсөн уңай тура килде.
Фото Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас