Спорт һәм туризм
28 Января 2020, 11:00

Учалыға – Татарстандан еңеү менән

Учалы фигуристары спорт бейеклектәрен яулауын дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡыҙҙар фигуралы шыуыу буйынса Татарстандың Минзәлә районы беренселегендә ҡатнашҡан.

Учалы районы гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Вәлиуллина баҫманың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә йәш фигуралы шыуыусыларҙың уңыштары хаҡында хәбәр иткәйне.
“Учалы фигуристары спорт бейеклектәрен яулауын дауам итә. Ошо көндәрҙә улар фигуралы шыуыу буйынса Татарстандың Минзәлә районы беренселегендә ҡатнашҡандар. Яҡташыбыҙ Анита Таһирова икенсе үҫмерҙәр разряды буйынса “көмөш” миҙал яулаған, Ксения Аллаярова “йәш фигурист” разрядында – икенсе урында. Уңыштар, ҡыҙҙар! Алтын миҙалдар ҙа насип булһын!”, – тип яҙа ул.
Ҡыҙҙар тураһында тағы ла түбәндәгеләр мәғлүм булды. Йәш спортсы Анита Таһирова Учалы ҡалаһының 3-сө лицейында өсөнсө класта уҡый. Бәлкәстән фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә, бығаса Өфө ҡалаһында 2-се үҫмерҙәр разрядын яҡлау буйынса тесты уңышлы үткән. Үҙ йәш категорияһы буйынса – Екатеринбург ҡалаһы чемпионы, әле Татарстан да уңыш яулап ҡайтҡан.
Шулай уҡ, Учалы ҡалаһындағы боҙға күрше Межозерный ҡасабаһынан да килеп шөғөлләнәләр. Апалы-һеңлеле Ксения һәм Дарья Аллаяровалар – ошо иҫәптә. Ксенияға – алты йәш. Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ул республика беренселегендә еңеү яулаған, Сибай, Силәбе ҡалаларындағы бәйгеләрҙә лә һынатмаған. Икенсе класта уҡыған Дарья апаһы ла 2-се үҫмерҙәр разрядын уңышлы яҡлаған, Татарстан республикаһы чемпионы исемен яулаған, Өфөлә үткән ҡала беренселегендә еңгән, шулай уҡ, башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы сығыш яһаған.
Ҡыҙҙар фигуралы шыуыуҙан тыш, хореография, һүрт төшөрөү мәнән шөғөллөнә, фигуралы шыуыусылар өсөн Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткәрелгән спорт сборҙарына бара.
Ҡыҙҙар менән тренер Ксения Викторовна Мөхәмәтшина шөғөлләнә. Ул Силәбе ҡалаһынан, Учалыла ошо спорт төрөн үҫтереү өсөн күп көс һала, күреүебеҙсә, фиҙакәр хеҙмәтенең һөҙөмтәләре тос. Ул йәй көнө лә Учалыла спорт сборҙары ойоштора, һөҙөмтә булһын өсөн даими шөғөлләнеү кәрәк, тип иҫәпләй.
Фотолар геройҙарҙың шәхси архивынан.
Читайте нас