Спорт һәм туризм
29 Января 2020, 16:45

Абсолют чемпион кем?

Кушнаренко районында “Алтын шайба” йәш хоккейсылар ярышының финал уйындары үтте.

Күптән түгел Кушнаренко районында “Алтын шайба” йәш хоккейсылар ярышының финал уйындары үтте.
Еңеүсе командаларҙы билдәләүҙә район хакимиәт башлығы Руслан Ғиззәтуллин, Башҡортостан буйынса Анатолий Тарасов исемендәге “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй клубы рәйесе Динар Әхмәтрисламов ҡатнашты. Улар командаларға еңеү рухы һәм уңыштар теләне.
Ярыштарҙа Башҡортостандан һигеҙ команда ҡатнашты. Улар Әлшәй, Баҡалы, Өфө, Саҡмағош, Шишмә райондарынан килгәйне.
Һөҙөмтәләр буйынса асболют чемпион исеменә Кушнаренко районынан “Кристалл” командаһы лайыҡ булды.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас