Спорт һәм туризм
29 Января 2020, 16:55

Хабаровск боҙонда хәл үҙгәрҙеме?

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Амур” менән йәнә осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Амур” менән йәнә осрашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хабаровск боҙонда хәл бер ҙә яҡшыға үҙгәрмәне. Хоккейсыларыбыҙ уйындың төп өс осоронда ла, биш овертайм мәлендә лә боҙ хужалары ҡапҡаһына бер гол да индерә алманы.
Уйын буллиттар серияһында тамамланды. Осрашыуҙағы берҙән-бер голды Юха Метсола ҡапҡаһына Вячеслав Ушенин индерҙе. Шулай итеп, командабыҙ икенсе тапҡыр “Амур”ҙан еңелде.
31 ғинуарҙа һәм 2 февралдә “Салауат Юлаев” командаһы Владивостокта “Адмирал” менән осрашасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Читайте нас