1 февралдә Өфөлә беренсе тапҡыр үҙенсәлекле шоу – Студенттар баскетбол лигаһы ассоциацияһының йондоҙҙар матчы була: Көнсығыш менән Көнбайыш командалары осрашасаҡ.
Студенттар баскетбол лигаһы ассоциацияһының башҡарма директоры Сергей Крюковтың әйтеүенсә, Башҡортостан – ойошманың күптәнге партнеры, ә “Толпар” дивизионы – өлгөлө ойошмаларҙың береһе. Шоуҙы барыһы алты меңдән ашыу кеше ҡарай алыр тип көтөлә. Ул көндәрҙә Өфөлә олимпия чемпионы Иван Едешконы, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Евгений Гомельскийҙы һәм башҡаларҙы осратырға мөмкин буласаҡ.
Иртәгә үк “Өфө-Арена”ла баскетбол уик-энды башланасаҡ. “Уфимец” баскетбол клубы тәүге тапҡыр беренсе дивизион суперлигаһында үҙендә Мәскәүҙең "ЦСКА-2" командаһы менән уйнаясаҡ. “Бер нисә йыл элек был хаҡта хатта хыяллана ла алмай инек”, – ти клубтың генераль директоры Сергей Медведев.