Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2020, 07:05

Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлайбыҙ

Республикала төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

Былтыр Башҡорт­останда “Демография” милли проекты сиктәрендә “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты старт алғай­ны. Уны тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы яуап бирә.


Был проект йәштәргә лә, ололарға ла физик культура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. 2024 йылға тиклем Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә спорт объекттары күберәк ҡалҡып сығыр, Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплекстары барлыҡҡа килер, ә спорт хеҙмәткәрҙәре яңы белемгә эйә булыр, квалификацияһын камиллаштырыр тип көтөлә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда әле ГТО-ға тест үтеү өсөн 69 үҙәк эшләй. Барыһы 405 меңдән ашыу кеше “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” автоматлаштырылған системаһында теркәлгән. Төбәктәге Хөкүмәт президиумы кәңәшмәһендә ҡарар проекты тикшерелгән. Унда комплекстың үҫеше өсөн бюджеттан аҡса бүленәсәк, тиелгән.
Шулай итеп, бюджеттан район­дарға, ҡалаларға аҡса бүлеү тәртибе ҡаралған. “Йыл һайын республикала ГТО күрһәткестәре яҡшыра. Комплекслы планды тормошҡа ашырыу буйынса йыл һайын төҙөлгән рейтингта Башҡортостан Рәсәйҙә – 32, Волга буйы федераль округында икенсе урында бара”, – тип белдерҙе республи­каның йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Һөҙөмтәлә күрһәткестәрҙе яҡшыр­тыу һәм ГТО-ны тапшырыуҙың абруйын күтәреү өсөн Башҡортостан муниципалитеттары 315-әр мең һум аҡса аласаҡ. Ә дөйөм сумма 21 миллион 741 мең һум тәшкил итәсәк. Райондар һәм ҡалалар иһә ГТО-ның ете талабын үтәргә тейеш. Шулай итеп, власть республикала йәшәүсе халыҡты күберәк ГТО тапшырыуға йүнәлтергә һәм Башҡортостанды илдәге иң яҡшы ун төбәк араһына сығарырға уйлай.
“Спорт – йәшәү рәүеше” – респуб­ли­калағы барлыҡ ҡалалар һәм райондар өсөн мөһим проект. Уны 2024 йылға тиклем Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 1543,87 миллион һум аҡса бүленгән. Был проект аҡсаһына хоккей, футбол һәм башҡа спорт уйындары өсөн төрлө ҡорамалдар һәм ҡоролмалар алынасаҡ һәм башҡа эштәр атҡарыласаҡ.
Ошо проектҡа ярашлы, былтыр йыл аҙағына тиклем Олимпия резервын­дағы өс мәк­тәптә яңы спорт ҡорол­малары ҡуйыл­ған, 22 районда ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн спорт майҙансыҡтары спорт-технологик ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Читайте нас