“Салауат Юлаев” командаһы “Амур”ҙан ике тапҡыр еңелгәндән һуң Владивостокта “Адмирал” менән осрашты.
Бәхеткә күрә, был юлы уйынсыларыбыҙ баштан уҡ бик ышаныслы, дәртле уйнаны. Күрше ҡапҡаға тәүге шайбаны Дмитрий Кугрышев индерҙе. Ә икенсе осорҙа ни бары 18 секунд эсендә беҙҙең иҫәптә бер түгел, ике мәрәй ине. Был, нигеҙҙә, Илья Крикунов менән Дмитрий Кугрышевтың тырышлығы һөҙөмтәһе. Һуңғараҡ тәнәфескә тиклем өс секунд ҡалғас, тағы Дмитрий Кугрышев “Адмирал” ҡапҡаһына шайба сәпәне. Шулай итеп, таблола 4:3 тип яҙылғайны.
Өсөнсө осорҙа “Салауат Юлаев” ҡапҡаһы эргәһендә “ҡыҙыу нөктә”ләр йыш теркәлде, тик Юха Метсоланың етеҙлеге, һиҙгерлеге, мәргәнлеге ҡапҡабыҙға шайба эләгеү мөмкинлеген ҡалдырманы. Ә һуңғараҡ Илья Крикунов менән Александр Бурмистров командабыҙ иҫәбенә тағы ике мәрәй килтерҙе. Шулай итеп, уйын 6:3 иҫәбе менән – “Салауат Юлаев”тың еңеүе менән тамамланды. Афарин!
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.