Спорт һәм туризм
1 Февраля 2020, 20:40

Йондоҙҙар матчында кем еңде?

“Мин, әлбиттә, Көнсығыш йыйылма командаһы өсөн борсолам, сөнки..."

Тотош илдән 36 студент һәм баскетбол яратыусылар “Өфө-Арена”лағы Студенттар баскетбол лигаһы ассоциацияһының йондоҙҙар матчында ҡатнашыу өсөн ҡаты һынау үткәйне.
Көнсығыш һәм Көнбайыш йыйылма командаларының классик баскетбол буйынса алышын ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны менән, Олимпия чемпиондары, совет баскетболы легендалары килде.
“Мин, әлбиттә, Көнсығыш йыйылма командаһы өсөн борсолам, сөнки унда Башҡорт дәүләт университетынан студентыбыҙ Олег Черепанов уйнай”, – тине журналистарға Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе сара башланыр алдынан барыһына ла уңыш теләне.
Тәүге сирек уйында Көнсығыш баскетболсылары ете мәрәйгә алға сыҡты. Икенсеһендә ҡыҙҙар уйынға ҡушылды. Көнбайыш университеттарында белем алған гүзәл зат вәкилдәре иҫәпте тигеҙләү генә түгел, хатта алға сыҡты.
Өсөнсө сирек уйында Көнсығыш командаһы өҫтөнлөк яуланы. Һөҙөмтәлә матч 127:117 иҫәбе менән тамамланды. Студенттар баскетбол лигаһы ассоциацияһының йондоҙҙар матчы-2020 уйынында тағы Көнсығыш йыйылма командаһы еңде. Сериялағы иҫәп – 7:4.
Фото: Валерий Шахов.
Читайте нас