Спорт һәм туризм
2 Февраля 2020, 20:40

Буллит хәл итте: еңеү кемдә?

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Владивостоктың “Адмирал”ы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһы Владивостоктың “Адмирал”ы менән осрашты.
“Адмирал”дар уйын башында уҡ үҙҙәренә еңеү кәрәклеген һиҙҙерҙе: көрәш плей-офф өсөн бара. Уйында хоккейсыларыбыҙ Александр Кадейкин, Никита Сошников һәм Александр Бурмистров голдары менән айырылып торҙо. Матчтан һуң буллитта Мартин Бакоштың шайбаны оҫта ташлауы “Адмирал”ға еңеү килтерҙе. Был – Сергей Светлов командаһының һуңғы һигеҙ матчтағы икенсе еңеүе. Әлеге миҙгелдә улар беҙҙе беренсе тапҡыр еңде.
Командабыҙҙа был уйынға тиклем үҙгәрештәр булғайны. Баш тренер Николай Цулыгин Линус Умаркка ял итергә форсат бирҙе. Уның урынына Алексей Кручинин уйнаны. Ә ҡапҡабыҙҙы Андрей Краев һаҡланы.
“Салауат Юлаев” әле – алтынсы урында. Континенталь хоккей лигаһы миҙгелендә хоккейсыларыбыҙға тағы ете матч уйнарға ҡалды. Уларҙың өсәүһе үҙ боҙонда үтәсәк. Бына ошо уйындар тик беҙҙең файҙаға үтер тигән ышаныс бар.
Читайте нас