Спорт һәм туризм
5 Февраль 2020, 10:10

Тиҙҙән турнир башлана

Бөгөн Өфөлә “Биш милләт турниры” башлана.

Бөгөн Өфөлә “Биш милләт турниры” башлана.
Рәсәй спортсылары был ярыштарҙа алтын миҙалды 2016 йылда АҠШ-та алғайны. Ошо дүрт йыл элек яуланған уңыштарҙың быйыл да ҡабатланыуына, әлбиттә, ышанысыбыҙ бик ҙур.
Рәсәй, Чехия, Швеция, Финляндия һәм АҠШ командалары баш ҡалабыҙға килде һәм уйындар алдынан күнекмәләр үткәреп өлгөрҙө. “U17” Рәсәй командаһының баш тренеры Альберт Лещевтың билдәләүенсә, командабыҙҙа – 50 процент тиерлек яңы состав. Тимәк, улар өсөн был уйын еңеү өсөн генә көрәш түгел, тағы ҙур һынауға ла әйләнәсәк. Ә бының өсөн, баш тренер әйтеүенсә, иғтибарҙы күберәк атакаға бүлергә тура киләсәк.
Турнирҙа еңеп сығыуыбыҙ иң тәү сиратта тиерлек Рәсәй командаһы ҡапҡасыһына бәйле. Ә улар араһында Өфө хоккей командаһынан голкипер Семен Вязовой ҙа бар. Әлегә кемдең ҡапҡасы булып уйнаясағы беҙгә билдәле түгел, бәлки, тап ул ошо мөһим матчта командабыҙ ҡапҡаһын һаҡлар? Был иһә көйәрмәндәр өсөн, әлбиттә, ҙур бүләккә әйләнәсәк.
15 сәғәттә Чехия менән Финляндия хоккейсылары осрашасаҡ. Ә кискеһен “Өфө-Арена”ла Рәсәй һәм Швеция командалары уйнаясаҡ.
Матчтар YouTube-каналы һәм Рәсәй хоккей федерацияһы сайты аша күрһәтеләсәк.
Матчтар теҙмәһе:
5 февраль:
15.00 Финляндия – Чехия;
19.00 Рәсәй – Швеция.
6 февраль:
15.00 Швеция – АҠШ;
19.00 Рәсәй – Чехия.
7 февраль
15.00 Чехия – Швеция;
19.00 АҠШ – Финляндия.
8 февраль
15.00 АҠШ – Чехия;
19.00 Рәсәй – Финляндия.
9 февраль
15.00 Швеция – Финляндия;
19.00 Рәсәй – АҠШ.
Читайте нас