Спорт һәм туризм
7 Февраля 2020, 13:00

Ни эшләнең һин, Саша?..

Бәғзе матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, данлыҡлы спортсы, художестволы гимнастика буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, Стәрлетамаҡ ҡыҙы Александра Солдатова үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.

Бәғзе матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, данлыҡлы спортсы, художестволы гимнастика буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, Стәрлетамаҡ ҡыҙы Александра Солдатова үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.
Хәбәр итеүҙәренсә, 21 йәшлек ҡыҙҙы ауыр хәлдә дауаханаға алып барғандар, хәл ингәс, ул уйланылмаған аҙым яһауын белдергән. Унан һуң спортсының тренеры Александрала ниндәйҙер генетик сир асыҡланыуы тураһында ла әйткән, тип яҙалар. Таныштары иһә ҡыҙҙың булимиянан йонсоуын, артыҡ ашау өйәнәгенән яфаланыуын һәм ауырлығын артыҡ контролдә тоторға тырышыуын бәйән иткән.
Шөкөр, ҡыҙ иҫән-һау, әлеге ваҡытта уның сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Ул “үҙ-үҙен ҡул һалырға маташҡан” тигән хәбәрҙе инҡар иткән һәм ни бары иртәнге аш әҙерләгәндә ныҡ итеп бысаҡ менән яраланыуын, ҡурҡышынан табиптарға мөрәжәғәт итеүен белдергән.
Нисек кенә булмаһын, һәләтле яҡташыбыҙға физик һәм рухи сәләмәтлек һәм уның тураһындағы шикле яңылыҡтарҙың ысынбарлыҡҡа тура килмәүен теләйбеҙ.
Фото: medialeaks.ru
Читайте нас