Спорт һәм туризм
8 Февраля 2020, 19:05

Еңеү рухы йыйҙы сибайҙарҙы

Алтмышты уҙып та, йәштәрҙән ҡалышмаған спорт һөйөүселәр йәшәй бында!

Бөгөн, “Рәсәй саңғыһы-2020” Бөтә Рәсәй ярыштарына ярашлы, Сибайҙың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында олоһо ла, кесеһе лә саңғыға баҫты.
Йыл һайын матур йолаға әйләнгән сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша. Шулай уҡ күрше район-ҡалаларҙан да күп килделәр. Саңғы ярышы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға уңыштар теләне, ГТО нормативтарын яҡшы тапшырған спортсыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Йәшенә ҡарап, саңғысылар төрлө дистанцияла көсөн һынаны. Шулай итеп, үҙ категорияһы буйынса беренсе урынды Нәжип Суфиянов, Әлфирә Үтәбаева, Өлфә Һағынбаева, Арыҫлан Сәлихҡолов, Зөлхизә Ярҡынбаева, Данил Низаметдинов, Яҙгөл Солтанова, Илхан Вәлиев, Илнар Камалов, Айгөл Уйылданова, Илсур Шаһивәлиев, Зәлиә Стаценко, Радик Аманов һәм башҡалар алды. Алтмыш йәште үтеп тә, йәштәрҙән ҡалмай, тәүге урындарҙы алған Өмөтбай Минишев менән Ольга Мироноваларға “афарин!”дан башҡа ни әйтәһең!
Саф һауала рәхәтләнеп саңғыла уҙышҡан спорт һөйөүселәргә Сибайҙа эшләп килгән “Йәшәү ризығы” мәрхәмәтлек фонды ирекмәндәре әҙерләгән йылы сәй тәҡдим ителде.
Фото Сибай ҡалаһы хакимиәтенең спорт комитеты сайтынан.
Читайте нас