Спорт һәм туризм
8 Февраля 2020, 19:45

Саңғы юлында - ун меңдән ашыу кеше!

Бөгөн Өфөлә илдең 73 ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашлығында “Рәсәй саңғыһы-2020” ярыштары үтте.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә илдең 73 ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашлығында “Рәсәй саңғыһы-2020” ярыштары үтте.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сарала 10,2 мең спортсы һәм саңғы спортын үҙ итеүсе ҡатнашҡан.
Уҙыштарҙа Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Марина Томилова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар үҙ көсөн һынаны.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас