

Салауат районындағы үҙенсәлекле Иҙрис мәмерйәһе диуарына йылдар дауамында яҙғандар. Уларҙың күпселеге - лаклы буяу менән, шуға ла таҙартыуға белгестәрҙе йәлеп итергә тура киләсәк.
Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей-ҡурсаулығы белгестәре менән бергә килтерелгән зыянды баһалап, туристар ҡалдырған яҙыуҙарҙың исемлеген тѳҙѳгән. Уларҙың ҡайһы берҙәренә инде 20 йыл ваҡыт уҙған.
Мәғлүм булыуынса, был мәмерйәлә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев батша ғәскәрҙәренән ҡасып йѳрѳгәндә йәшенгән, шуға ла ул тарихи һәм изге урындарҙың береһе тип иҫәпләнә.
Николай Григорьев фотоһы.