“Урал” волейбол клубы илебеҙҙең ғәмәлдәге чемпионын еңде.
Был уңыш – яңы тренер Виктор Сидельниковтың уңышлы эше һөҙөмтәһе. Ул һигеҙ тапҡыр рәттән еңелеүгә дусар булған командабыҙҙы ҡабул иткәйне. Ә Константин Сиденко отставкаға ебәрелгәйне.
“Кузбасс” командаһын 3:0 иҫәбе менән еңгәндән һуң, “Урал” командаһы уйынсыһы Алексей Спиридонов: “Яңы тренер – тылсым эйәһе”, – тип белдергән.
Ҡыҫҡаса белешмә: Виктор Сидельников ете йыл рәттән “Зенит-Ҡазан” командаһына етәкселек итте һәм уны суперлигаға сығарып, Чемпиондар лигаһында (2008 йыл), ил чемпионатында (2007 йыл), Рәсәй кубогына ярыштарҙа (2004 йыл) еңеүсе итте. 2008 йылда Ҡазан клубы менән контракт тамамланғас, Виктор Сидельников Белоруссияның төрлө клубтарында эшләне. Ә һуңғы йылдарҙа тренер булған команда – “Ярославич” (2015 – 2018 йылдар). Оҫта тренер уны ла суперлигаға сығарҙы.
Фотолар: Өфө ҡалаһы хакимиәте.