Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы үҙ боҙонда “Адмирал” менән осрашты.
“Салауат Юлаев” хоккейсылары матчтың тәүге минуттарынан уҡ ҡунаҡтарға тыныс уйнарға форсат бирмәне, туҡтауһыҙ һөжүм итте.
Беренсе шайба Никита Сошниковтан булды, артабан тағы Теему Хартикайнен ҡунаҡтар ҡапҡаһына бер түгел ике шайба индерҙе. Иҫәп: 3:0!
Шуныһы һөйөнөслө: голкиперыбыҙ Юха Метсоланың ҡапҡаһы был миҙгелдә алтынсы тапҡыр “ҡоро” булды. Шулай итеп, әлеге осрашыу һөҙөмтәһендә “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында ныҡлы алтынсы урынды биләне.