Спорт һәм туризм
13 Февраля 2020, 19:40

Ниңә улай булды?

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Спартак” менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Спартак” менән осрашты.
Командабыҙ ҡапҡаһын Юха Метсола менән Андрей Кареев һаҡланы. Бының сәбәбе шул: ҡапҡабыҙға өс гол индерелгәс, Юха Метсола үҙен алмаштырыуҙарын һораны. Ә быға тиклемге “Адмирал” менән матчта хоккейсы "ҡоро" иҫәп буйынса ҡасандыр Эрик Эрсберг ҡуйған рекордты ҡабатлағайны, тик, үкенескә ҡаршы, был ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Шулай итеп, ҡапҡаны һаҡлау яуаплылығы Андрей Кареев иңенә төштө. Ә “Спартак”тыҡында Юлиус Гудачек торҙо.
Былтыр 24 сентябрҙә ошо уҡ командалар осрашҡайны. Унда юлаевсылар 4:2 иҫәбе менән еңгәйне. Был матчта иһә баштан уҡ беҙгә уңыш йылмайманы. Уйын башланып, бер аҙ ваҡыт үткәс, “Спартак”тан Дмитрий Вишневский менән Андрей Кутейкин ике шайбаны ҡапҡабыҙға сәпәп тә ҡуйҙы. Һуңғараҡ тағы Артем Федоров, артабан Робин Ганзл, Антон Злобин гол индерҙе.
Александр Бурмистров менән Никита Сошников – командабыҙ тарафынан күршеләр ҡапҡаһына индерелгән ике гол хужаһы. Тик был уйынға ҙур үҙгәреш индермәне. "Салауат Юлаев" "Спартак"тан 2:5 иҫәбе менән еңелде.
Әле командабыҙ Көнсығыш конференцияһы таблицаһында алтынсы урынды биләй. 15 февралдә "Салпауат Юлаев" СКА менән осрашасаҡ.
Фото: championat.com.
Читайте нас