Ғ. Ҡадиров исемендәге Спорттың техник төрҙәре үҙәгенән Динар Вәлиев Шадринскиҙа уҙғарылған боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты финалының 6-сы этабында еңеүгә бик яҡын ине.
Финал уҙышы буйынса тиерлек ул Тольяттиҙың “Мега-Лада” спортсыһы Игорь Кононов менән “көрәште”. Тик финишта барыбер унан ҡалышты. Әммә яҡташыбыҙ Тольяттиҙан ғәмәлдәге чемпион Даниил Иванов менән турнир таблицаһының икенсе урынын биләгән Дмитрий Хомицевичты (Каменск-Уральск) еткермәне. Һөҙөмтәлә Динар Вәлиев финалда – икенсе урында. Ә дөйөм иҫәптә Даниил Ивановтан (104 мәрәй), Дмитрий Хомицевичтан (100 мәрәй) ҡалыша әле. Динарҙың иҫәбендә – 95 мәрәй.
Киләһе етенсе һәм һигеҙенсе финалдар 14-15 мартта Германияның Инцеле ҡалаһында үтәсәк. Ә һуңғы этаптар 4-5 апрелдә Херенвенда (Голландия) буласаҡ. Был ярыштарҙа яҡташыбыҙға уңыш йылмайыр тип өмөт итәйек.
Фото: Давид Ригондо, ФИМ.