Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге баш ҡалалағы Октябрь районының Глумилино микрорайонындағы Гәрәев – Архитектор Рехмуков – Нуриев – Комсомол урамдары кварталында төҙөләсәк.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, үҙәкте төҙөү проекты Башҡортостандың Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Проект хаҡы – 3,58 миллиард һум. 2020-2022 йылдарҙа финанслау ҡаралған. Быйыл 500 миллион һум күләмендә аҡса бүленһә, 2021 йылда – 800 миллион, 2022 йылда 2,28 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Яңы спорт үҙәгенең майҙаны 29 мең квадрат метр тәшкил итәсәк һәм 3319 кешегә иҫәпләнгән. Унда спорт залы, балалар, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, ҡунаҡхана һәм медицина-реабилитациялау үҙәге урынлашасаҡ.