Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы илебеҙҙә Хәтер һәм дан йылы иғлан ителде. 15 февралдә “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Санкт-Петербургтың СКА командаһын ҡабул иткәндә I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, 96 йәшлек һуғыш ветераны Илгизәр Хәйеров символик рәүештә уйын шайбаһын ташланы.
Ике команда мөнәсәбәттәренә килгәндә, былтыр сентябрҙәге матчта юлаевсылар СКА-нан 1:4 иҫәбе менән еңелгәйне. Сираттағы осрашыуҙың тәүге осоронда хоккейсыларыбыҙ ышаныслы ғына башланы. Тик иҫәпте ҡунаҡтар асты. Тиҙҙән юлаевсылар хәлде үҙгәртә алды. Һөжүм итеүсе Линус Умарк Никита Сошниковҡа уңышлы пас бирҙе, шунлыҡтан шайба күрше команда ҡапҡаһына инеп ятты. Һөҙөмтәлә швед хоккейсыһы – Континенталь хоккей лигаһы уйындарында 350 мәрәй туплаған унынсы уйынсы. Быға тиклем ул Александр Радулов йыйған мәрәйҙәр буйынса рекордты ҡабатлап, команданың иң яҡшы бомбардиры тип танылғайны. Өҫтәүенә Никита Сошников был миҙгелдә голдар иҫәбе буйынса иң мәргән хоккейсы тип танылған Дмитрий Яшкинды (“Динамо”) ҡыуып етте. Хәҙер икәүһенең дә – 27-шәр мәрәй.
Артабан Никита Сошников күршеләр ҡапҡаһына тағы бер шайба индерҙе. Тик икенсе осорҙа ҡунаҡтар үҙ иҫәбенә ике гол яҙҙы. Быға Никита Сошников тағы бер шайба менән яуап бирҙе. Шулай итеп, юлаевсы хет-трик яһаны.
Өсөнсө осорҙа СКА алға сыҡты. Бәхеткә күрә, 53-сө минутта “Салауат Юлаев” иҫәпте тигеҙләне. Был голдың хужаһы Владислав Картаев булды.
Матч яҙмышын овертаймдағы уйын хәл итте. Унда Василий Токранов, хет-трик эшләп, СКА командаһына еңеү килтерҙе. Иҫәп 4:5 булды.
17 февралдә шул уҡ “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” командаһы “Сочи” менән осрашты. Юлаевсылар ҡунаҡтарҙы 2:0 иҫәбе менән ҡыйратты. Ике гол да ҡунаҡтар ҡапҡаһына өсөнсө осорҙа индерелде. Уларҙың “хужалары” Александр Кадейкин менән Линус Умарк булды.
Быға тиклем Көнсығыш конференцияһында алтынсы урын биләгән “Салауат Юлаев” өсөн был еңеү плей-офҡа юлламаға әйләнде. Кем белә, бәлки, юлаевсылар Гагарин кубогын да яулар...