21 февралдә Һамар өлкәһенең Тольятти ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең приздарына 3х3 баскетболы буйынса турнирҙа булды.
Рәсәй Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм төбәктәр башлыҡтары менән бергә Радий Хәбиров Һамар һәм Киров өлкәләре командалары араһындағы һуңғы финал матчында ҡатнашыусыларҙың уйынын ҡараны.
Ярыштарҙа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 2006 йылғы үҫмерҙәр командалары ҡатнашты. Башҡортостан исеменән 2-се Өфө олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны.
Спортсылар – республиканың баскетбол буйынса беренселеге еңеүселәре, Рәсәй Федерацияһы төбәк беренселегендә ҡатнашыусылар. Радий Хәбиров спортсыларға уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.