Ғ. Ҡадиров исемендәге Өфө спорттың техник төрҙәре үҙәге боҙ спидвейы буйынса 12-се тапҡыр чемпион тип табылды.
Республикабыҙ спортсылары араһынан Динар Вәлиев иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәште: ул команда иҫәбенә мөмкин булған 15-тән 14 мәрәй килтерҙе. Быға уның яңыраҡ ҡына ҡыҙының тыуыуы булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.
Өфө командаһында Никита Богданов – мәрәйҙәр һаны буйынса икенсе урында. Ул Шадринск командаһынан өс тапҡыр донъя чемпионы Дмитрий Колтаковты еңеүгә өлгәште һәм командаға туғыҙ мәрәй килтерҙе.
Биш этаптан һуң “Башҡортостан-ЦТВС” командаһы иҫәбендә – 23, “Мега-Лада” – 16, Свердловск өлкәһенең ЦТВС-ДОСААФы – 9, “Торпедо-ШААЗ” – 7 мәрәй. Бөгөнгө һуңғы этап Рәсәй спортсылары өсөн донъя һәм Европа чемпионаттарында ҡатнашыу өсөн генераль репетиция буласаҡ. Ул бөгөн Тольяттиҙа уҙасаҡ.
Фото: Анатолий Ермоленко.