Спорт һәм туризм
23 Февраля 2020, 19:30

Башҡаса ярамай ине

Бөгөн “Салауат Юлаев” күрше Магнитогорск ҡалаһында “Металлург” менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” күрше Магнитогорск ҡалаһында “Металлург” менән осрашты.
Был ике команданың быға тиклемге уйындарында күрше төбәк хоккейсылары алдынғылыҡты бирмәй ине. Бөгөн, ниһайәт, улар беҙ көткән еңеүҙе яуланы. Был – әлеге миҙгелдә юлаевсыларҙың металлургтарҙы беренсе тапҡыр ҡыйратыуы. Иҫәп – 2:1. Командабыҙҙан Эдуард Гиматов менән Сакари Маннинен – индерелгән шайба хужалары. Матч, шулай итеп, “Салауат Юлаев”тың овертаймда еңеүе менән тамамланды.
Көнсығыш конферецияһының турнир таблицаһына күҙ һалһаҡ, командабыҙ – алтынсы, ә күрше төбәк уйынсылар етенсе урынды биләй.
Командабыҙ тиҙҙән Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән осрашасаҡ.
Фото: "Салауат Юлаев" хоккей клубы.
Читайте нас