Асҡын районында, Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, төрлө спорт саралары ойошторолдо. Ҡубыяҙ ауылында ирекле стилдә билбау көрәшенең үтеүе шуға асыҡ миҫал.
Бәйге өс категорияға бүлеп уҙғарылды. 2009–2011 йылғы малайҙар араһындағы көрәштең ҡыҙыҡлы ла, сәмле лә яҡтарына иғтибар итмәү мөмкин түгел ине, сөнки бәләкәстәрҙең һәр береһе тик үҙен еңеүсе итеп тойҙо. Бынан тыш 12– 14 йәшлек билбирмәҫ үҫмерҙәр янына халыҡ күп йыйылды. Улай ғына ла түгел, 2007 йылда тыуған ҡыҙҙар ҙа көс һынашты. Мәҫәлән, Светлана Ғәбделйәнова әйтеүенсә, ул спортты егеттәр һәм ҡыҙҙар төрөнә бүлеүгә ҡырҡа ҡаршы. Ул үҙе билбау көрәше менән туғыҙ йәштән шөғөлләнә. Быға тиклем алдынғылыҡты бирмәгән, әле лә һынатмай.