Учалы районының Иманғол ауылында милли көрәште һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Сарала милли көрәш батырҙары, “Зәйнулла ишан” мәсетенең имам хатибы Риф хәҙрәт, бер нисә ауыл муллаһы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәнил Бүләков, “Башҡорттар” ҡоро етәксеһе Морат Солтанғолов, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмил Ҡусарин, яҙыусы-уҡытыусы, фән кандидаты Алина Әхмәтйәнова, спорт мәктәбе тренеры Рәмил Әхмәтйәнов һәм башҡалар ҡатнашты. Күптәр сығыш яһап, етешһеҙлектәр тураһында ғына әйтеп ҡалманы, ә милли көрәште үҫтереү юлдарын аныҡ миҫалдар менән иҫбатланы һәм тәҡдимдәр индерҙе.
“Шартым шул: кем батыры еңә – ер шуныҡы!”
Көрәш! Был һүҙгә битараф ҡалған берәйһе бармы икән? Милли көрәш – башҡа төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән бер рәттән милли мәҙәниәтебеҙҙең шаҡтай мөһим өлөшө, йәш быуынды көслө рухлы, дәртле һәм яуаплы итеп тәрбиәләүҙең бер ысулы ла.
Борон-борондан һәр ырыуҙың үҙ батырҙары, бәһлеүәндәре булған. Улар тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр беҙҙең көнгә килеп еткән. Милли көрәштең тарихы бай һәм тәрән. “Урал батыр” эпосында ла, мәҫәлән, “Көрәш бармы, алыш бармы?”, тип әйтелә бит.
Учалы районында бөгөнгө көнгә тиклем халыҡ хәтерендә һаҡланып килгән хәл-ваҡиғаларға туҡталып үтәйек.
Сәфәр ауылынан 10-11 саҡрым алыҫлыҡта, Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан ерҙәре сигендә, Шартым тауы ята. Уның атамаһы ҡалмыҡтар менән булған көрәшкә барып тоташа. Был турала яҙыусы, журналист Рәүеф ағай Насиров (мәрхүм), былай тип яҙҙы: “Бынан 400 йыл самаһы элек Ҡарт Муйнаҡта донъя күргән бер ырыу гелән ҡалмыҡтар менән һуғышып торған. Берҙән-бер көндө ырыуҙың башлығы Үтәғолға ҡалмыҡтарҙан сапҡын килгән һәм: ”Ерегеҙҙе бирәһегеҙме, әллә яу менән баҫып алайыҡмы?” – тигән. Үтәғол үҙенең дәғүәһен ҡуя: “Шартым шул: кем батыры еңә – ер шуныҡы!” Үтәғол ҡустыһы Тәкәҡашҡаны (ысын исеме – Ырыҫҡол) саҡыртып ала. Түпәһендә сәсе булмағанлыҡтан шул ҡушамат менән йөрөткән булғандар уны.
– Ҡустым, ир ҡорона индең, көс һынашып ҡарағаның бармы? – тип һорай Үтәғол.
– Һынашҡаным юҡ, ә бына бер ус тубылғы ҡабағын һыҡҡанда, һыуы байтаҡ сыҡты, – тип яуап биргән.
– Улайһа, әҙерлән! Һиңә ҡалмыҡ батыры менән көрәшергә тура киләсәк! – ти.
Һәм бына билдәләнгән көн етә. Үтәғол халҡы менән шарт ҡуйылған Ҡарт Муйнаҡ ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡтағы тау янына йыйыла. Ҡалмыҡ батыры ике яҡтан арҡан менән бәйләнгән, үкереп, ер тырнап, ҡара тупраҡты ян-яғына бырағытып килә икән. Тәне яп-ялтыр итеп майланған, ти.
Батырҙың арҡанын ысҡындырыу менән алыш башлана. Ике яҡтың да халҡы үҙ батырына көс-ҡеүәт биреп ҡысҡырыша, ти. Ҡалмыҡ батыры дошманын аяҡтан йығырға маташҡан арала, Тәкәҡашҡа биленән һығып тотоп ала ла һауаға ырғыта. Ҡалмыҡтың ике ҡабырғаһы ике ҡулында тороп ҡала, ти. Шул көндән бирле көрәш барған тауҙы “Шартым тауы” тип йөрөтәләр.
Көрәш – иң боронғо спорт төрҙәренең береһе
Эпик һәм тарихи батырҙарыбыҙ: Урал батыр, Һәүбән, Мәргән Сура, Суҡын, Алдар, Баязиттар ысын мәғәнәһендә ир арыҫландары икәнлеген уҡып, ишетеп беләбеҙ.
Беҙҙең төбәктең дан яулаған көрәшселәре – Ғәлиәхмәр бәһлеүәне Мөхәммәт, Илсе батыры Тәминдәр, Ҡорманан Ибраһим олатай. Барымта-ҡарымта дәүерендә көрәш майҙанында пәйҙә булһа, “Абрам килә!”, тип ҡурҡып торғандар. Уның улы Әхмәтсафа ла Ырымбур, ҡаҙаҡтар яғында көрәшеп еңеп, ат алып ҡайтыр була. Уның да ҡушаматы “бәһлеүән” булған, 1942 йылғы ейәне Рәфил дә көрәшеп байтаҡ тәкәләр ала. Муса Мортазин да талантлы, еңелмәҫ көрәшсе була һәм башҡалар.
Көрәш – иң боронғо спорт төрҙәренең береһе. Ул бигерәк тә төрки халыҡтарҙа киң таралған. Үзбәк, ҡырғыҙ, монгол көрәше башҡорт көрәшенә яҡын, айырмаһы шунда: уларҙа аяҡ салыу рөхсәт ителә.
Башҡорт көрәшселәре иһә ҡул көсө менән генә күтәреп арҡаһына һала. Тап ошо күренеш – милли көрәштең сағыу биҙәге. Төбәктәрҙә ойошторолған ярыштар олимпиадаға ингән көрәш төрҙәренең үҫешенә ыңғай тәьҫир итә, сөнки уның байтаҡ алымдары ирекле көрәштә лә, самбола ла бар.
Тарихҡа килгәндә, көрәш элек йәш үҫмерҙәрҙе хәрби-физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләү өсөн ҡулланылған, һуңынан ярыш, уйын-көлкө, үҙеңдең ихтыяр көсөңдө һынап ҡарау маҡсатында ойошторолған. Атай-олатайҙар улдарының биш йәше тулыуын тулҡынланып, түҙемһеҙлек менән көткән, нәҡ ошо йәштән баланы милли көрәш алымдарына, атта сабышырға, йәйәнән атырға, һөңгө сөйөргә өйрәтә башлау мөмкинлеге булған.
Башҡорт халҡының йыйындарында, йәй көндәрендә тура килгән байрамдарында иң зауыҡлыһы көрәш уйыны һаналған. Күк үлән өҫтөндә иң элек көрәште ете-һигеҙ йәшлек малайҙар башлап ебәрһә, һуңынан ололар бил һынашҡан. Хәҙерге ваҡыттағы кеүек төрлө ауырлыҡ категорияһы булмаған, эре һөйәкле, ауырыраҡ ир уҙамандары өҫтөнлөк алған. Көрәш “еңеүсегә сығыу” тәртибендә ойошторолған була. Граждандар һуғышынан һуң ауыл ерҙәрендә башҡа спорт төрҙәре менән бер рәттән көрәшкә иғтибар көсәйә.
Беҙҙең көрәшселәрҙе әлмисаҡтан беләләр
1923 йылда Башҡортостан көрәшселәре Бөтә башҡорттар олимпиадаһында һәм Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй физкультурниктары байрамында ҡатнашып ҡына ҡалмай, хатта еңеүсе кимәленә етә!
Башҡортостандың физкультура советы ауыр атлетика мәктәбе ойоштора. Бында алты ай уҡыйҙар һәм айырым иғтибар милли көрәш алымдарын өйрәнеүгә бирелә. Иң яҡшы көрәшселәрҙе ауылдарға көрәш секциялары ойошторорға ебәрәләр. Дәрестәрҙе Мәскәүҙә (1923 йыл), Ленинградта (1933 йыл) чемпион Г.И. Байгилдин алып бара.
Был башланғыс Бөтә донъя һуғышы башланыу сәбәпле туҡталып ҡала. Ниһайәт, илебеҙ Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй һәм 1946 йылдың июль айында Өфөлә ҡала һабантуйы үткәрелә. Был һабантуйҙа республиканың төрлө райондарынан 150 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Учалылар ҙа шул исемлектә була.
Учалы – көрәшселәр төбәге
1948 йылда тәү тапҡыр көрәш ҡағиҙәләре булдырыла. Республиканың тәүге чемпиондары булып Ҡыйғы районы егете Ғәйфуллин, уртаса ауырлыҡта Нежкин булһа, ауыр категорияла Фельдгун тигән кеше билдәләнә.
1959 йылдың 5 декабрендә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй секцияһы ойошторола, шул уҡ маҡсатта Башҡортостанда ла секция барлыҡҡа килә һәм көрәштең үҫешендә яңы дәүер нигеҙләнә. Ошо көндән алып РСФСР һәм республика буйынса даими рәүештә чемпионаттар үткәрелә, һәм был спорт төрөн “Башҡорт-татар көрәше” тип атай башлайҙар.
Ул йылдарҙа Ахундан Әхмәткәрим Мансуров (1946-1947), Әбсәләмдән Әхмәҙиә Исхаҡов (1952 йылда – беренсе урын, 1953-1954 йылдарҙа призлы урындар), Аҡҡужанан Кәлимулла Ғилмияров, Ҡораманан 43 йәшендә Зөбәир Бәхтийәров (1956), 23 йәшлек Учалы ауылы егете Зөфәр Үләмәев район һабантуйы еңеүселәре була. Туңғатарҙан Мөхәмәтғәли Мөхәмәтшин, Ахундан Беренсе бөтә донъя һуғышы ветераны Әхмәтғәлимйән олатай, Рысайҙан Фәрхетдин Сафин һәм башҡалар ҙа билдәле. Ул ваҡытта ауылдарҙа спорт залдары булмаған, шулай ҙа ауыл көрәшселәре йылға буйҙарына, иркен яландарға сығып күнекмәләр үткәрә, уларға улдары, ейәндәре эйәрә. Был күнекмәләрҙе, һабантуйға әҙерлекте ҡарау өсөн шау-гөр килеп ауыл халҡы ла йыйыла. 1960 йылдың 5-6 декабрендә Ҡазанда РСФСР-ҙың тәүге ҙур чемпионаты уҙа. Салауат районы Арҡауыл ауылы көрәшсеһе Харис Монасип улы Йосопов тәүге Рәсәй чемпионы һәм спорт мастеры исеменә лайыҡ була. Әйткәндәй, һуңынан ул дүрт төрлө көрәштең спорт мастеры булыуға өлгәшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көрәштең төп үҫеше тик 1970 йылдарға ғына ҡарай. Ярыштар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Күмертау кеүек ҙур ҡалаларҙа үтә. Ауылдарҙа көрәш секциялары әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан командаһы Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа даими рәүештә призлы урындар яулай. Учалынан тәүге Рәсәй, Башҡортостан һәм спорт мастерҙары булып Әдис Халиҡов, Илдус Әсәҙуллин, Ким Латыпов, Дим Сафин, Радик Зәйнуллин, Әнүәр Илһамовтар һанала.
1977 йылдан үҫмерҙәр араһында ярыштар йыш үткәрелә. “Ленинсы” гәзитенең тәүге призерҙарының береһе Учалы егете Ким Латыпов була. Ә 1984 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзите призына ярыштар ойошторола. Бында ла Учалы егеттәре һынатмай, гел чемпион булып танылалар, йә призлы урын яулайҙар. Уральск ҡасабаһынан Радик Зәйнуллин 90 килограмм ауырлыҡ категорияһында (имгәнеү сәбәпле ике йыл көрәшә алмай) чемпион исемен ала. Сәфәр ауылы егете Вадим Моратшин чемпион була һәм спорт мастеры нормативын үтәй.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Йәмил Йосопов Учалының “Лесмаш” заводында көрәште мөкиббән китеп яратҡан егеттәрҙе туплап, күнекмәләр үткәрә. Ҡалабыҙҙың һәм районыбыҙҙың танылған көрәшселәре – Башҡортостан чемпионы Фәйзрахман Ҡадыров, Рәсәй турниры призеры Айтуған Ғәйнуллин, Әхмәт Дәүләткирәев, Фәһим Шакиров, Мансур Мөхәмәтйәров, Сәфәр ауылы егеттәре Айҙар Ҡунаҡов, Раян Әхтәмов һәм башҡалар оло көрәшкә “Лесмаш” заводының спорт залынан старт ала. Йәмил Динмөхәмәт улының инициативаһына таянып Учалы ҡалаһында “Батыр” клубы асыла. Был клубты тау-байыҡтырыу комбинатының профсоюз комитеты үҙ ҡарамағына ала. 1988 йылдан алып 2006 йылға тиклем “Батыр” клубы 28 Рәсәй спорт мастеры, 40-тан ашыу Башҡортостан чемпионы һәм 70-тән ашыу призер сығара. 15 тапҡыр Башҡортостан кубогын яулай, ике тапҡыр халыҡ-ара турнирҙа ҙур уңыштарға өлгәшә. Йәмилдең ғаиләһендә үҙе һәм Рәзим, Марсель, Руслан, Салауат улдары – спорт мастерҙары. Руслан 22 йәшендә 2010 йылдың майында Бөтә донъя чемпионатында еңеүсе була. Әйткәндәй, Йәмилдең ағаһы Шәмсимөхәмәттең таҫыллығы, оҫта көрәше тамашасыларҙы һәр саҡ һоҡландырҙы. 1987 йылда Башҡортостандың абсолют чемпионы булып таныла. Үкенескә ҡаршы, 47 йәшендә генә мәрхүм була.
Бер рәттән көрәшселәр ауыл спорт залдарында: Байрамғолда, Сәфәрҙә, Иманғолда күнекмәләр үткәрҙе. Илдус Әсәҙуллин 2001 йылда Республика һабантуйында абсолют чемпион исеменә лайыҡ булды. Призға бирелгән машина менән тәкәне уға Рәсәй Президенты В.В. Путин һәм республика Президенты М.Ғ. Рәхимов тапшырҙы.
Ким Латыпов – көрәштең өс төрө буйынса спорт мастеры, Шамил Солтанов, Радик Латыпов – ике төрө буйынса, биш тапҡыр Рәсәй чемпионы, 15 тапҡыр Башҡортостан чемпионы һәм абсолют көрәш еңеүсеһе Дим Сафин да айырым маҡтауға лайыҡ. 2015 йылда иһә 21 йәшендә Дим Хәйруллин Бөтә донъя чемпионы була.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа таһыллыҡ күрһәтте һәм күрһәтә. Азалина Сафина – алты тапҡыр Башҡортостан чемпионы (тренерҙары Ф. Шакиров, А. Шумков), Лидия Бураншина – дзюдо буйынса спорт мастеры, самбонан спорт мастеры кандидаты (тренеры Серик Зәйнуллин), Юлдаш ауылынан Шәрипова Гөлсирә – штанга буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Әлбиттә, спортсыларҙың юғары уңыштарға өлгәшеүендә дөрөҫ, маҡсатлы етәкселек иткән, күнекмәләрҙе ихлас күңелдән үткәргән тренерҙар ҙур роль уйнай. Көрәшселәрҙең яратҡан тренерҙары: Мансур Имаметдинов, Радик Зәйнуллин, Илһаметдин Әнүәров (мәрхүмдәр), Йәмил Йосопов, Раян Әхтәмов, Рәмил Әхмәтйәнов, Фәһим Шакиров, Александр Шумков һәм башҡалар еңеүҙәр өсөн күп көс түкте. Һуңғы йылдарҙа көрәш буйынса тотҡан позициябыҙҙы юғалттыҡ. Әлбиттә, ҡалала көрәш секциялары эшләй, ә ауылдарҙа әлегә Сәфәрҙә, Иманғолда ғына һаҡланып ҡалған. Ҡотойҙа дзюдо менән шөғөлләнәләр. Ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа көйәрмәндәрҙең дә кәмеүе һиҙелә. Әммә былтыр 30 ноябрҙә Радик Зәйнуллин призына үткәрелгән ярышта һикһәндән ашыу бала көрәште, тип шатландырҙылар. Афарин!
Мөмкинлектәр бар – эшкә тотонайыҡ!
Районыбыҙҙа бына тигән көрәшселәребеҙ – спорт мастерҙары, кандидаттарыбыҙ, төрлө ярыш призерҙары бихисап. Уларға йәштәр һәм спорт комитеты менән берҙәм булып, ҡулға-ҡул тотоношоп ауылдарҙа, мәктәптәрҙә эште йәнләндерергә кәрәк. Ә бит чемпиондарыбыҙҙың 95 проценты – ауыл балалары. Дағстанда, Чечняла көрәш дәрестәре мәктәп программаһына индерелгән. Шуға ла бөгөнгө көндә ил чемпиондары күпселек уларҙан сыға.
Йәштәрҙе физик яҡтан көслө, сәмле, дәртле итеп тәрбиәләү өсән районыбыҙҙа бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Мәктәптәрҙә әҙерлек өсөн маттар ҙа етерлек, тәжрибәле көрәшселәр ҙә байтаҡ. Аҡса заманы тиһәк тә, балаларға бер нисә тапҡыр спорт залында көрәш алымдарын күрһәтһәләр, миҙал, таҫмаларын тағып осрашыуҙар үткәрһәләр, баланың күңеленә орлоҡ сәсеү булыр ине. Ветеран көрәшселәр ҙә үҙҙәрен “онотолған” итеп тоймаҫтар ине.
Учалы районына милли көрәш федерацияһы кәрәк! Ауылда күпме депутат “эшһеҙ” йөрөй. Йылына бер генә булһа ла, халҡын йыйып конкурстар ойоштороп, ярыш үткәрһәләр, буласаҡ чемпиондарҙа ҡомар, дәрт уяныр ине. Ауылдар, мәктәптәр араһында иптәштәрсә осрашыу үҙе үк күпме көскә эйә!
Һәр ауылда буласаҡ Ырыҫҡол, Мөхәмәт, Тәминдәр, Муса, Ибраһим, Әхмәтсафа кеүек бәһлеүәндәр күҙ алдында йүгереп йөрөй. Тик уларҙы үҫтереү өсөн тренерҙар штатын арттырырға, көрәшселәрҙе матди яҡтан дәртләндерергә, ҡалала ололарға күнекмәләр үткәреү өсөн тәғәйен урын табырға, киләсәктә физкультура-һауыҡтырыу комплексы булдырырға кәрәк. Был йүнәлештә район һәм ҡала етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, көрәшселәр бер һүҙле булып, ихлас һәм янып эшләгәндә генә уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Милли көрәш – милләтебеҙҙең ал биҙәге, шуны онотмайыҡ.