Спорт һәм туризм
26 Февраля 2020, 10:00

Әсәйҙәр ҙә, бесәйҙәр ҙә ҡараясаҡ!

1 мартта хоккейҙа Гагарин кубогына плей-офф уйындары башлана! Бөтә көйәрмәндәр, бар эштәрен ташлап, йәнә стадион-ареналарға ағыласаҡ, телевизор экрандары янына йыйыласаҡ.

1 мартта хоккейҙа Гагарин кубогына плей-офф уйындары башлана! Бөтә көйәрмәндәр, бар эштәрен ташлап, йәнә стадион-ареналарға ағыласаҡ, телевизор экрандары янына йыйыласаҡ.
Тәүге раундта “Салауат Юлаев” Омскиҙың “Авангард”ы менән осраша. Былтыр был ике команда Көнсығыш конференцияһының финалында көс һынашҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташтарыбыҙ отолдо.
Матчтар 1 һәм 3 мартта – Балашиха ҡалаһында, 5-е һәм 7-һе – Өфөлә, кәрәк булһа, 9 мартта – ситтә, 11-ендә – үҙ боҙобоҙҙа, 13-ө йәнә ҡунаҡта уҙасаҡ.
Башҡа парҙар ошолай: “Аҡ Барыҫ” – “Нефтехимик”, “Барыҫ” – “Металлург”, “Автомобилист” – “Себер”. Көнбайыш конференцияла хәл-торош әле билдәле түгел.
Кисә “Салауат Юлаев” КХЛ-дың регуляр чемпионатында быйылғы миҙгелдең һуңғы матчын уҙғарҙы. Ҡағиҙәләрҙе йыш боҙоп, күп штраф ваҡыты алыуы арҡаһында юлаевсылар Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ынан 2:3 иҫәбенә еңелеп ҡуйҙы. Конференцияла турнир таблицаһында алтынсы урынды алдыҡ.
Хәҙер плей-офты көтәбеҙ! Алға, “Салауат”!
Фото: vk.com/greenmachine
Читайте нас