Иртәгә Өфөләге “Башҡортостан” лайфстайл үҙәге алдында “Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй!” спорт фестивале үтәсәк. Уның маҡсаты – спорт менән даими шөғөлләнеүҙе, сәләмәт тормош алып барыуҙы, милләт-ара берҙәмлекте һәм йәмғиәттә рухи ҡиммәттәрҙе пропагандалау.
Был сара сиктәрендә өлкәндәр өсөн волейбол, шахмат һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыласаҡ. Бәләкәстәргә иһә төрлө уйындар, лотерея отоштары кеүек ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ. Быйылғы фестивалдә “ғаилә уйындары” ла старт аласаҡ. Унда етенән 14 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләр ҡатнашасаҡ. Улар уҡ атыуҙа, гер күтәреүҙә, шахматта, эстафетала ярышасаҡ.
Фестиваль күптәр өсөн үҙ һәләттәрен асыу мөмкинлегенә лә әйләнәсәк. Өҫтәүенә унда ғаиләләр бер-береһе менән осрашып танышасаҡ. Һөҙөмтәлә ата-әсә менән балалар араһындағы йылы мөнәсәбәттәр, уларҙың бер-береһенә булған хөрмәт-һөйөүе быуындар сылбыры өҙөлмәүенә, республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илебеҙҙең, хатта донъяның имен һәм тотороҡло тормош алып барыуына булышлыҡ итмәйенсә ҡалмаясаҡ.
Тап бына ошондай сараларҙа киләсәк быуын вәкилдәре өлкәндәргә ҡарап ғаилә ҡиммәттәренең ни тиклем мөһим икәнлеген күрә, тик яҡшыға ышанырға, яуаплы булырға өйрәнә. “Демография” милли проектының төп маҡсаттарының береһе лә – мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе, ғаиләләрҙе спортҡа һәм сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу. Бына ошондай ныҡлы ғаиләләр күп булған һайын дәүләтебеҙҙең ҡеүәте лә артасаҡ.