Ниһайәт, беҙ тулҡынланып көткән плей-офф уйындары башланды! Бөгөн Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында “Салауат Юлаев” командаһы “Авангард” менән осрашты.
Матч башланғас, ике команда ла тыныс ҡына уйнай башлаған кеүек ине. Ике яҡ та ниндәйҙер ҙур “хата” ебәрмәне. Тәүге осор тамамланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, хоккейсыларыбыҙ иҫәпте асты. Голдың хужаһы Линус Умарк булды.
Икенсе осорҙа “авангард”тар әүҙемләште. Хоккейсыларыбыҙ был атакаға башта ҡаршы тора алған кеүек ине. Хатта Тему Хартикайнен күрше команда ҡапҡаһына бер шайба индерә алды. Тик аҙаҡ уйын “авангард”тар файҙаһына ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Өсөнсө осорҙа ҡапҡасыбыҙ Юха Метсоланы Андрей Кареев алмаштырҙы. Әйткәндәй, Юха Метсоланың ҡапҡаһына ике осор эсендә генә 37 тапҡыр шайбаны ташланылар! Тик беҙгә был юлы уңыш йылмайманы...
Шулай итеп, был уйын “Авангард” файҙаһына 5:2 иҫәбе менән тамамланды. 3 мартта командалар тағы Балашиха ҡалаһында осрашасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.